Алда көтә ауыр һәм мауыҡтырғыс һынауҙар.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы быйыл үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Конкурсҡа әҙерлек сиктәрендә 14 февраль көндө Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында семинар үткәрелде. Сарала республиканың район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән муниципаль этаптарҙа еңеү яулаусы, регион-ара конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырҙы, һәр этап буйынса фәһемле кәңәштәр бирҙе.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2020” конкурсында ҡатнашыусы коллегаларыма уңыштар теләйем!


Просмотров: 119Комментариев: 14