Башҡорт мозаикаһы

2019 йылдың 18 декабрендә районыбыҙҙың Прибельский мәктәбендә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы II Бөтә Рәсәй «Башҡорт мозаикаһы» фестивале үтте.

«Йырлы күңел-нурлы күңел...» секцияһында Рәхмәтуллина Фәнилә Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Уҡытыусым” йырын йырлап II урын, “Шағир ижады минең күңелемдә” секцияһында Биков Азамат иншалар конкурсында I урын, “Оҫта ҡулдар” секцияһында Купалова Эльвираның “Үлмәҫбай” әҫәренә төшөрөлгән һүрәте I урын, ә

«Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» секцияһында “Аманат” фольклор төркөмөнең “Оло инәйем хушлаша...” сценарийын сәхнәләштереп I урын алды.



Просмотров: 0