Милләт яҙмышы беҙҙең ҡулда



Берҙәмлектә - көс, тиҙәр. Был ябай ҙа, дөрөҫ тә һүҙҙәр милли рухты, милләтебеҙҙе һаҡлауҙа ла бик актуаль. Күптән түгел район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторған осрашыу бик мауыҡтырғыс форматта милләтебеҙ өсөн мөһим булған һорауҙарға яуап табырға ярҙам ите. Шайморатов күп функциялы мәҙәни үҙәгендә үткән сарала район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм ауыл Советтары вәкилдәре ҡатнашты. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова сараны асып, был милли ойошманың маҡсаттары һәм бурыстары менән таныштырҙы, уны ойоштороуға ҙур көс һалған яҡташтарыбыҙ – Марат Хәсәнов, Әхәт Юлмөхәмәтов (мәрхүм), Рим Исхаҡов, Азамат Ғәйфуллин, Фәрғәт Ҡотлобаевтарҙы билдәләп үтте. Район хакимиәте башлығының со циаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флизә Макеева районда Башҡорт теле йылы сиктәрендә үтәсәк саралар пла нына туҡталды, уҡытыусыларҙың телде һаҡлауҙа ролдәре ҙур булыуын билдәләне һәм төрлө милләт вәкиленә респуб лика быҙҙың дәүләт теле булған башҡорт телен белеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан сарала ҡатнашыусылар биш командаға бүленеп, майҙансыҡтарҙа төрлө темаларға фекер алышты – башҡорт теле йылында ниндәй саралар үткәрергә, район башҡорттарын нисек берләш терергә, эшҡыуарлыҡты нисек үҫтерергә, эскелек менән нисек көрәшергә, башҡорт рухын нисек үҫте рергә тигән һорауҙарға яуаптар эҙләне. Һәр майҙансыҡта фекер алышыуға 7 минут ваҡыт бирелде, ҡат нашыусылар ошо ваҡыт эсендә үҙ тәҡ димдәрен еткерҙе, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Мәҫәлән, район башҡорттарын берләштереү өсөн Өфөлә уҡып йөрөүсе район студенттары өсөн осрашыу үткәрергә, “Һылыуҡай”, “Башҡорт батыры” бәйгеләрен, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсын, “Өләсәйҙәр мәктәбе”н, ауыл Советтары араһында йолаларҙы тергеҙеүгә бәйле эстафета, “Ритайым” дискотекаларын ойош торорға тәҡдим ителде. Мәктәптәрҙә бизнес әһелдәре менән осрашыуҙар уҙғарырға, эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндөрөү өсөн семинарҙар үткәрергә, йәрминкәләр ойошторорға кәрәк, тиелде. Башҡорт теле йылы сиктәрендә иһә башҡорт ауылдарындағы мәктәптәргә билдәле яҡташтарыбыҙҙың исемен биреү, белем усаҡтарында шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы” кеүек йолаларҙы уҙғарыу, “Өмөтбаев уҡыуҙары”н респуб лика кимәленә күтәреү кеүек тәҡдимдәр индерелде. Шулай уҡ ҡатнашыусылар Атайҙар конференцияһын үткәреү, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә рухи ярҙам күрһәтеү зарурлығын билдәләне. Сарала күмәкләп Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләү, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарыу күңелде рух менән байытты.

Просмотров: 0