Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!

Пост обновлен февр. 22

28 ноябрь "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үҙенең яңы проекты "Урал батыр мәктәбе"нең презентацияһын уҙғарҙы. Сарала туған телебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышына битараф булмаған милләттәштәр ҡатнашты. Кисәне Рәми Ғарипов ис.Башҡорт республика гимназия-интернатының Вәсил Баймырҙын етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле асып ебәрҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, эпосты ентекле өйрәнеүсе ғалим Зәкирйән Әминев, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Рәшит Шәкүр сарала сығыш яһап, проектты хуплауҙары һәм төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе. Яҙыусы, тәжрибәле педагог Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, "Урал батыр мәктәбе" концепцияһының авторы булараҡ, уның йөкмәткеһе менән ентекле таныштырһа, проектты ғилми яҡтан нигеҙләүсе төркөмдөң етәксеһе Фәнил Күзбәков сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын көтөлгән һөҙөмтәләргә, йәки был проектты уңышлы тормошҡа ашырғанда ул халҡыбыҙға нимә бирәсәге тураһында бәйән итте. Мәшһүр эпосыбыҙҙы әзербайжан теленә тәржемә иткән Аладдин Самедов, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, фермер Риф Иҫәнов, бизнезмен Клара Аҙнабаеваның, "Йәшел Башҡортостан" экологик хәрәкәтте ойоштороусы Ринат Фәтҡуллиндың сығыштары ла тыңлаусыларҙы битараф ҡалдырманы. Кисәне Азамат Тимеров, Гөлсөм Бикбулатова моңло йырҙары, Азамат Зәйнетдинов ҡумыҙ сыңы, Азалия Яхина, Мансурова Ынйы матур бейеүҙәре менән биҙәне. Ә юрист һөнәрен һайлаған, ләкин тыуған халҡының мәҙәниәтенә үтә лә тоғро егет Инсаф Йәмилевтың "Урал батыр" эпосынан өҙөктө бик оҫта башҡарыуы һөйөндөрҙө. Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры артистары Венер Камалов һәм Лилиә Исҡужина кисәне бик йәнле итеп алып барҙы.

#Урал_батыр_мәктәбе

#Теле_барҙың_иле_бар




Просмотров: 0